/ Мероприятия/ Байрам «Уйна, гармун, ауылымда!»

Байрам «Уйна, гармун, ауылымда!»

Тынмаһын моңло гармун!
Таңдарҙа гармун уйнаның,
Тирә-яҡ тынып ҡалды.
Гармун моңона тирбәлеп,
Гөлдәрҙән ысыҡ тамды…
Гармун моңон ишеткән һайын Әнгәм Атнабаевтың ошо шиғыр юлдары иҫкә төшә. Эйе, гармун -халҡыбыҙҙа киң таралған уйын ҡоралы. Элек-электән һәр бер ауылда гармун моңо яңғырар булған.
Йәштәрҙең аулаҡ өйҙәре, киске уйындары береһе лә гармунһыҙ үтмәгән. Иң ауыр ҙа, иң ҡараңғы көндәрҙә лә халыҡ гармундан айырылмаған.
2022 йылдың 29 апрелендә Ябалаклы ауылында «Уйна, гармун, ауылымда!» байрамы үтте.
Гармун (гармошка, грек телендә— матур яңғырашлы, ауаздаш тигәнде аңлата), төрлө конструкциялы һәм көйләнешле телле-клавишалы, пневматик музыка уйын ҡоралы. Барлыҡ гармундарға тартып уйнау принцибы һәм тауыш сығанағының конструктив үҙенсәлектәре уртаҡлығы хас. Тауыш сығанағы — металл планкаларының махсус «тәҙрәләре» өҫтөнә беркетелеүсе, иркен дерелдәүсе металл телдәр. Корпусы һул һәм уң клавиатураларҙан тора, уртаһында күрек урынлашҡан. Күрек ҡыҫылғанда һәм тартылганда һауа ағымы тәҫирендә тауыштар барлыҡҡа килә. Уң клавиатураһы — көй башҡарыу, һулы — бас-аккордтар өсөн тәғәйенләнгән.
Гармундың килеп сығыу тарихында бер нисә вариант бар. Беренсеһе- 1782 –се йылда, Берлин оҫтаһы Бушман яһаған тип иҫәпләнә. Ә Икенсеһе буйынса был музыка коралын 1783 йылда Рәсәйҙә чехисловакия милләте кешеһе, арган уйыны оҫтаһы Франтишек КришникСанк-Петербургта эшләгән тип уйлайҙар. Унан һуң гармундарҙы Вена ҡалаһында һәм Италияла ла яһай башлайҙар. Рәсәйзә гармун эшләүҙең беренсе үҙәге Тула ҡалаһы була. Беҙҙең ил оҫталары гармунды камиллаштыралар, уның бернисә төрө барлыҡҡа килә. Мәҫәлән Тула, Саратов, хромкалар һәм башҡалар. Инде 19 быуаттың 30 – 40 сы йыдарында Тула һәм Вятка губерналарында гармундар эшләп сығарыу яйға һалына. Был уйын ҡоралы Рәсәйҙә бик тиз тарала һәм кешеләр тормошона тәрән үтеп керә.
Йәшәүҙәре йәшәүме ни һуң ул,
Ҡударыңда тирбәлмәһә гармун.
Күңелендә дөнья бейемәһә,
Йондоҙ булып балҡымаһа бер моң.
Гармун моңы! Ул быуаттар буйы халҡыбыҙҙың рухи берҙәмлеген нығыткан, иң ауыр саҡтарҙа ла күңелен күтәргән, шатландырған, йыуатҡан.
Гармун моңы… ул бер кемде лә битараф ҡалдырмай. Ябай эшсеме һин, академикмы, табибмы һин, президентмы – әлеге моң һине үзенә бойһондора, сихри дөньяға алып кереп китә. Тормыш ваклыҡтары, көндәлек мәшәкәттәр онотола…
Гармун ябай музыка ҡоралы ғына түгел, ә йәне булған, уй кисерештәреңде тойған тоғро дуҫ.
Әйҙә, йәшәһен , гармун! Үткәндәрҙе хәтерләтеп, күңелдәрҙе дәртләндереп һайраһын гармун!

Поделиться:

Полезные ссылки