#фолкдәрес
«Урал батыр» эпосы — башҡорт халҡының бөйөк ҡомартҡыһы, ата-бабаларыбыҙ быуындан-быуынға тапшырған бай хазина — ауыҙ-тел ижадының һоҡланғыс өлгөһө. Ул үҙенең боронғолоғо, күләме, йөкмәткеһе һәм әһәмиәте яғынан донъяла билдәле башҡа ошо жанр әҫәрҙәре менән бер кимәлдә тора. Эпоста халҡыбыҙ асылы, тарихы, мәҙәниәте, ғөрөф-ғәҙәттәре, йәшәү мәғәнәһе, изгелек һәм яуызлыҡ, яҡшы менән яман, тыуым, үлем һәм үлемһеҙлек кеүек мәңгелек төшөнсәләр үҙенсәлекле итеп сағылдырылған.
Фольклорсы һәм сәсән Мөхәмәтша Буранғолов «Урал батыр» эпосын 1910 йылда хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы 2-се Этҡол ауылында мәшһүр сәсәндәр Ғәбит Арғынбаев (1856—1921) һәм Хәмит Әлмөхәмәтовтан (1861—1923) яҙып ала.
Филология фәндәре докторы, профессор, яҙыусы Рәшит Шәкүр был турала бына нимә ти: «19 йәшлек Мөхәмәтша ҡурайсы, 7000 юллыҡ эпосты яттан белеүсе сәсән Ғәбит Арғынбаев менән 1907—1908 йылғы иҫәп алыуҙа осраҡлы ғына таныша. Әммә ошо осрашыу уның яҙмышында хәл иткес роль уйнай, уның үҫмер саҡтағы халыҡ ижады менән ҡыҙыҡһыныуы профессиональ ҡыҙыҡһыныуға әүерелә. Күп йылдар дауамында үҙенең остазы менән бәйләнеш өҙөлмәй.
«Урал батыр» ҡобайырының тағы бер төрөн 1956 йылда Силәбе өлкәһе Троицк ҡалаһында йәшәүсе Исмәғил Рәхмәтуллиндан тел һәм әҙәбиәт белгесе Әхнәф Харисов яҙып алған.
«Урал батыр» эпосы өс өлөштән, туғыҙ бүлектән тора. Бөтә донъяны һыу баҫыу осоронан алып кешеләрҙең йәшәйешен һүрәтләгән иң ҙур ҡобайыр. Тәү кешеләр — Йәнбирҙе ҡарт менән Йәнбикә ҡарсыҡ, уларҙың улдары Урал һәм Шүлгән, артабан Урал һәм Шүлгәндән тыуған тоҡомдоң тормош юлын тасуирлап, кешелектең мәңгелек булыуын иҫбатлай. Яҡшылыҡтың яуызлыҡҡа ҡаршы көрәшен, яуызлыҡҡа ер йөҙөндә урын юҡлығын һәм уның еңелеүен бәйән итә. Башҡорттарҙың төйәге булған Уралтауҙың хасил булыуын һөйләй.
Эпостың сюжеты ифрат ҡатмарлы һәм Урал батырҙың аждаһа, дейеү, йыландар образдары аша кәүҙәләндерелгән яуыз тәбиғәт көстәре менән кешеләр бәхете өсөн көрәш алып барыуы тураһында тасуирламаға ҡоролған. Риүәйәт персонжадары — батырҙар һәм ябай ер кешеләре (ҡоштар аллаһы — Самрау), тәбиғәттең яуыз көстәре, мифик йәндәр. Бында геройҙарҙың өс быуын яҙмышы (Йәнбирҙе ҡарт һәм йәнбикә ҡарсыҡ, уларҙың балалары — Урал һәм Шүлгән, ейәндәре — Яйыҡ, Иҙел, Нөгөш, Һаҡмар) һәм шуға күрә уҡ эпос та өс өлөштән тора.
Беренсе өлөшөндә Яҙмыш ҡушыуы буйынса ташландыҡ ерҙә көн күргән Йәнбирҙе ҡарт һәм Йәнбикә ҡарсыҡ тураһында бәйән ителә. Улар ҡыр йәнлектәренә һунар итәләр. Ошо йәштәге ирле-ҡатныдан ике ул тыуа — Шүлгән һәм Урал, был үҙе лә төрки-монгол эпосының традицион мотивы булып тора. Йәнбирҙе балаларына кешеләрҙе, хайуандарҙы һәм ерҙәге бөтә тереклекте юҡ иткән Үлемдең йәшәү сере булыуын асалар. Урал батыр ҡотҡарған Һомай аҡҡоштан (Самрау ҡыҙы) улар Йәншишмә тураһында белеп ҡалалар. Йәнбирҙе уландарына ошо йәншишмәне табырға һәм Үлемде юҡ итергә кәңәш бирә. Беренсе өлөш нәҡ йәш батырҙарҙың үлемһеҙлек шишмәһен эҙләргә китеүе менән тамамлана.
Риүәйәттең икенсе өлөшөндә икенсе быуын вәкилдәре — Шүлгән һәм Урал — эшмәкәрлеге тураһында бәйән ителә. Был өлөштә Урал батырҙың батырлыҡтары һәм дошман яғына ҡасып сыҡҡан ағаһы Шүлгәндең яуызлыҡтары тураһында бик ентекле һүрәтләнә. Был өлөш дейеүҙәрҙең һәм аждаһаларҙың еңелеүе, батыр ҡулынан юҡ ителгән дошмандар кәүҙәләренән диңгеҙ упҡынында хасил булған тауҙарҙың (Урал тауҙары) барлыҡҡа килеүе, тәбиғәттең үлемһеҙлеге өсөн көрәштә Урал батырҙың һәләк булыуы м
енән.
Поэманың өсөнсө өлөшө Урал батырҙың улдары батырлыҡтарына, кешеләр, хайуандар, ҡоштар Уралды үҙ төйәге итеүенә арналған.
«Урал батыр» эпосы «Башҡортостандың ете мөғжизәһе»нең береһе, ул ТӨРКСОЙ-ҙың матди булмаған мәҙәни мираҫы исемлегенә индерелгән