Помним и гордимся! Воспоминания Валикеева Салавата Курбангалеевича об отце, участнике Великой Отечественной войны
Валикеев Курбангали Тимергалиевич родился 15 августа 1923 года, в д. Ябалаклы Чишминского района.
После окончания средней школы, отец учился в железнодорожном училище в городе Давлеканово, где освоил профессию электрика. Когда мы ехали на станцию Шингак-Куль, он всегда с гордостью вспоминал о своей профессии. Он говорил: “Те светофоры, которые мы зажгли, будут гореть вечно, поезда будут ходить всегда. Мы выполняли все работы вручную, пока не зажгли огни на сфетофорах”, — рассказывал он.
В 1941 году началась Великая Отечественная война. Ни наша республика, ни наше село не остался в стороне. Более 200 мужчин ушли на фронт.
Отца забрали на войну в 1942 году. Сначала учился в военном училище в Уральске. В январе их отправили на Сталинградскую битву.
Конечно, отец, как и большинство ветеранов, не любил говорить о войне. “Невозможно рассказать о событиях, которые мы наблюдали на фронте. Было очень тяжело, были ожесточенные бои за Сталинград”.
После разгрома армии Паулиса моему отцу пришлось побывать в его штабе. “Штаб был комфортный. Была хорошая мебель, красивые мягкие ковры”, — вспоминал он.
Валикеев Курбангали Тимергалиевич в 1942-1943 годах служил в 83 стрелковом полку 27 гвардейской дивизии 62 Армии, в роте ПТР (Противотанковое ружье (ПТР) — огнестрельное ручное оружие, характеризующееся большой дульной энергией пули и предназначенное для поражения танков и бронетехники противника).
“Это очень тяжелое оружие, помощник был не всегда. Когда не хватало солдат, командир сам мне помогал.
Наши позиции были расположены очень близко с противником. Провожали и встречали солдат, уходивших на разведку в сторону немцев”.
В одном из боев отец был тяжело ранен, контужен. Вовремя успели оказать помощь и он выжил. После долгого лечения медсестра отвезла его в деревню. Из-за контузии он стал плохо видеть. Освобожден от военной службы в мае 1943 года.
Отца наградили Орденом Отечественной войны 1 степени, Орденом Победы, медалью “За оборону Сталинграда”, другими медалями. Ни разу не рассказал, за что его наградили орденами.
После войны отец работал в животноводстве. Особенно он любил лошадей. Ухаживал за лошадьми и жеребятами, выполнял и другие работы.
Вместе с мамой они воспитали шестерых мальчиков. “Шестерых сыновей вырастили, все шестеро пригодны к военной службе”, — с гордостью говорили они.
В честь моего отца и мы приобрели кобылу с жеребенком. Ведь лошади очень умные и благородные животные, которые обладают высоким интеллектом и способностью запоминать людей и даже выражать эмоции.
Отец ушел из жизни 11 ноября 1999 года.
Пусть их души будут в раю, Инша, Аллах!
Имеются сведения в сервисе «Память народа»; Книге «Они вернулись с Победой» т.12, стр. 244
Вәликеев Салауат Ҡорбангәли улының атаһы тураһындағы иҫтәлектәре
Вәликеев Ҡорбанғәли Тимерғәли улы 1923 йылдың 15 августында, Шишмә районының Ябалаҡлы ауылында донъяға килгән.
Бала сағы, мәктәп йылдары үткәс атайым Дәүләкән ҡалаһында тимер юлсылар училещеһында уҡый һәм электрик һөнәрен үҙләштерә.
Шөңгәк-Күл станцияһына барғанда ул һәр ваҡыт үҙенең һөнәрен ғорурланып иҫкә ала ине. “Беҙ яндырған светофор уттары мәңге яныр, поездар йөрөп торор”,- тип әйтә торған ине. “Сфетофорзарға уттарҙы ҡабыҙғансы бөтә эштәрҙе ҡул көсө менән башҡара инек,” -тип һөйләй ине.
1941 йылда Тыуған илде тетрәндереп Бөйөк Ватан һуғышы башланып китә. Беззең республика ла, беҙҙең ауыл да ситтә тороп ҡалмай. 200 -ҙән артыҡ ир-егеттәр фронтҡа китә.
Атайымды һуғышҡа 1942 йылда алалар. Тәүҙә Уральск ҡалаһында хәрби училищела уҡый. Ғинуар айында уларҙы Сталинград һуғышына ебәрәләр.
Әлбиттә, атайым күпселек ветерандар кеүек, һуғыш тураһында һөйләргә яратмай ине. “Фронтта күргән вакиғаларҙы һөйләп бөтөрөрлөк түгел. Бик ҡаты- ауыр булды Сталинград өсөн көрәшеү,”- тип иҫкә ала ине.
Паулистың армияһын тар-мар иткәндән һуң, атайыма уның штабын күрергә тура килә. “Яҡшы йыһаҙдар, матур йомшаҡ балаҫтар менән биҙәлгән ине,”- тип иҫкә алып һөйләй ине.
Вәликеев Ҡобанғәли Тимерғәли улы 1942-1943 йылдарҙа 62 армияның 27 гвардейский дивизияһының 83 стрелковый полкында, ПТР ротаһында хеҙмәт итә, (Противотанковое ружьё (ПТР) — огнестрельное ручное оружие, характеризующееся большой дульной энергией пули и предназначенное для поражения танков и бронетехники противника). “Ул ҡорал бик ауыр, ярҙамсы һәр ваҡытта ла булмай. Һалдаттар етешмәгәс, командир үҙе миңә ярҙам итә ине.
Дошман менән беҙҙең позициялар бик яҡын урынлашҡан. Немецтар яғына раҙведкаға киткән һалдаттарҙы оҙатып, ҡаршы ала торғайныҡ”.
Алыштарҙың береһендә атайым бик ҡаты яралана, контузия ала. Ваҡытында ярҙам итеп өлгөрәләр һәм ул иҫән ҡала. Оҙаҡ дауаланғандан һуң уны медсестра ауылға алып ҡайта. Контуҙия арҡаһында ул бик насар күрә башлай. 1943 йылдың май айында хәрби хеҙмәттән азат ителә.
Атайымды Орден Отечественной войны 1 степени, Орден Победы, медаль “За оборону Сталинграда”, һәм башҡа медальдар менән бүләкләгәндәр. Ни өсөн ордендар менән бүләкләнеүе тураһында бер тапҡыр ҙа һөйләмәне.
Һуғыштан һуң атайым малсылыҡта эшләне. Бигерәк тә ул аттарҙы яратты. Ат, колондар ҡараны һәм башҡа эштәр ҙә башҡарыр ине.
Әсәйем менән берғә беҙҙе, алты малайҙы тәрбиәләп үҫтереп, тормош юлына баҫтырҙылар. “Алты ул үҫтерҙек, алтыһы ла хеҙмәткә яранылар”, — тип ғорурланып һөйләй инеләр.
Атайымдың хөрмәтенә беҙ ҙә ат алдыҡ. Бер бейә менән ҡолон. Аттар бик аҡыллы бит! Иртән ашарға биргәндә кешеннәп ҡаршы алалар, аҙыҡтарын биргәс бышҡырып рәхмәт әйтеп ҡалған кеүек.
Атайым 1999 йылдың 11 ноябрь айында мәрхум булды.
Йәндәре йәннәттә булһын, Иншә Аллах!
Поделиться: