/ Читателям/ Творческие работы/ Памятка "Канзафар бей"

Памятка «Канзафар бей»

“Ҡотлойәр мулла бәйете”

 

Ваҡытында бик әүәл

Мең дәүләте булғандыр.

Тулы һыулы Күгиҙел,

Сылтырап аҡҡан Өршәге,

Зәңгәр һыулы күлдәре,

Аслы, Ҡандра һыуҙары

Был ырыуға кергәндер.

Ҡалын ҡара урмандар,

Киртләс киткән тауҙары,

Иркен ялан-ҡырҙары

Булған ырыу байлағы.

Әүәл-әүәл электән

Ошо ерҙе төйәк иткән

Беҙҙең ата-бабалар.

Булған уның аҡыллы

Батырҙары, бейҙәре.

Тирә-яҡта дан тотҡан

Ҡәнзәфәр бей булғандыр.

Барлыҡ ерҙе берләштереп,

Ул булғандыр ҙур түрә.

Уның нигеҙ таштары

Ҡалмасура буйында.

Оҙонкүлдең буйҙары,

Донъя көткән шул ерҙә.

 

 

 

Һис бер нужа күрмәгән,

Береһенән-береһе матур

Өсәү булған ҡатыны.

Иң өлкәне, уңғаны –

Шәрифәһе матуры

Бүләк иткәндер уға

Тоғро булып үҫкәндәр.

Аҡ батшаға ҡушылғас,

Дүрт уланын йыйғандыр.

Васыяттарын әйтә һалып,

Ерҙәр бүлеп биргәндер.

Ҙур уланы Ҡоҙайбах

Нигеҙ ҡора һалғандыр

Йәмле Өршәк буйында.

Дәҫтән тигән уғланы

Дәрхән күлен үҙ итеп

Шунда нигеҙ ҡорғандыр.

Ҡуҙабахты батыры

Ҡыҙҙар тауы итәгендә

Нигеҙ ҡора һалғандыр.

Ҡоҙаш тигән уғланы

Өршәк, Үҙән буйында

Тормош көтә башлаған.

Иң кесеһе, Хәжәре

Ҡалған бейҙең янында.

Булған бейҙең дуҫтары,

Иң яҡыны, уң ҡулы –

Сөфлө тигән ярҙамсы.

 

 

 

Булған уның улдары –

Башҡорттарҙың батыры,

Яйыҡ-Сыбы тигәне

Ҡаршин яғын үҙ иткән.

Иҙел менән Миңлеһе

Ҡармасандың яғында

Нигеҙ һалып, ер алған.

Ҡәнзәфәр бей, үҙ итеп

Биш уланды, батырҙы.

Биш бармаҡтай берҙәм булып,

Батыр булып үҫкәндәр.

Буй-һындары етеү менән

Уҡ-һаҙағын алғандар.

Атаһының һүҙен йыҡмай,

Яҡын ҡорҙаштарына –

Ураҙ менән Мәмбәткә,

Яҡуп тигән муллаға

Бүләк иткән ерҙәрен.

Шулай итеп, мең ере

Ун бер олоҫтан торған.

Кәңәшләшеп бергәләп,

Улар бергә эш иткән.

Ҡаратундың итәгендә,

 Йыйылғандар бергәләп.

 

 

 

Поделиться:

Полезные ссылки