/ Новости/ “Самауырҙар йырлаһын, халҡым моңо тынмаһын”

“Самауырҙар йырлаһын, халҡым моңо тынмаһын”

Өләсәҙәрҙең  урындыҡ түренә менеп ҡунаҡлаған, һәр саҡ боҫрап ҡайнап ултырған самауыры янында күрше инәйҙәрҙең бергә йыйылышып, көңгөрләшеп сәй эсеүе, һәр кемдең  күңел түремдә бала саҡтың иң матур хәтирәһе булып һаҡлана.

Борон-борондан ата-бабаларыбыҙ, өләсәйҙәр рәхәтләнеп самауыр сәйен эскәндәр. Самауырҙы ҡомартҡы итеп быуындан быуынға тапшыра килгәндәр. Бигерәк тә шифалы үлән сәйҙәрен баллап –тәмләп эсергә яратҡан халҡым.

Хәҙерге заманда ла,  Боронғо йолаларыбыҙҙы, халҡыбыҙҙың ихласлығын, йомартлығын , уңғанлығын сағылдырған ҡунаҡсыллыҡ йолаһын һаҡлайбыҙ, ихтирам итәбеҙ . “Самауырҙар йырлаһын, халҡым моңо тынмаһын”

Урыҫ самауыры тип йөрөтөлгән сәй ҡайнатыу ҡорамалының Рәсәйҙә таралып китеүе башҡорттар менән бәйле икәнен күбебеҙ белмәйҙер ҙә әле.Рәсәйҙә тәүге самауыр Уралда эшләнә. Ә был ысынлап та шулай. Рәсәйҙәге беренесе самауырҙы Уралда, ғәйнә башҡорттары ерҙәрендә төҙөлгән Ирген заводында, ә аҙаҡтан Соҡсон заводында эшләй башлайҙар. Урал заводтарының хужаһы В.Н.Татищев Ирген заводы эшселәренән махсус артель төҙөй, ә был артелдекеләр үҙҙәренә бол туплау маҡсатында  урындағы халыҡтың — башҡорттарҙың мал-мөлкәтен талау менән шөғөлләнә.  Ошондай бер талау ваҡытында урыҫ эшселәренең ҡулына быға тиклем улар ғүмерҙә  күрмәгән ҙур ҡорһаҡлы сәйер бер ҡорамал килеп эләгә. Был башҡорттарҙың һыу ҡайнатыу ҡорамалы була.

Ирген заводы приказчигы Родион Набатов тигән берәү был ҡорамалды күпләп етештереүҙе ойоштора. Шулай итеп,  беҙ хәҙер бөтәбеҙ ҙә «урыҫ самауыры» тип белгән сәй ҡайнатыу ҡорамалы бөтөн Рәсәйгә таралып китә.   Аҙаҡ Невьянск заводы хужалары  Демидовтар Набатовты  төрлө ташламалар менән әүрәтеп, үҙҙәренә эшкә саҡыра һәм Набатов самауырҙы Демидовтарҙың  Соҡсон заводында етештерә башлай.  Деимдовтар Тула ҡалаһы кешеләре була.  Хәҙер инде самауырҙы Тулала күпләп эшләй башлайҙар һәм  бөтә донъяға таралған «Тула самауыры» барлыҡҡа килә.

Шулай итеп»урыҫ самауыры» тигән ҡорамалдың донъяға таралыуына ла башҡорттар сәбәпсе булып сыға. Ҙур ҡорһағында «Ирген заводы. 1741 йыл» тигән яҙыулы самауыр иң боронғо Рәсәй самауыры һанала. Ә был самауыр башҡорттарға Ҡытайҙан килеп эләккән була.

Был мәғлүмәттәр Алексей Иванов тигән авторҙың Мәскәүҙә донъя күргән «Увидеть русский бунт» тигән китабында баҫылған.

Самовар тарихына бер мең Йылдан  ашыу.  Әлеге электричество дәүеренә тиклем, куп төрлө уңайлы һыу йылытыу ҡулланмалары Төрлө илдәрҙә һәм дәүерҙәрҙә булған.

Иң боронғо

 

Боронғо Римда ,  конструкцияһы менән хәҙерге самоварға бик оҡшаған Һыу йылытыр өсөн ҡулайлама булған.  Һәм тәржемә иткәндә шулай уҡ исемдәре тап килә.

Иң үтә күрентәле.

 

Рәсәйгә самауырҙы Петр I Голландиянан алып ҡайтҡан тигән   киң таралған ләкин раҫланмаған  легенда бар. ысынбарлыҡта иһә самауырҙар Петр батша үлгәндән һуң ярты быуат үткәс кенә күренә башлай

Ләкин батша- реформатор  исеме менән бәйле  бер ҡыҙыҡ самовар экземпляры ҡорал палатаһында һаҡлана.Ул тау хрусталенән эшләнгән һәм  беркасан да тәғәйенләнеше буйынса файҙаланылмаған.

Иң уңайлы

XVIII-XIX быуаттарҙа , үҙ заман талаптарына яуап биргән нисә ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле самовар моделдәре ижад ителгән.  мәҫәлән, махсус юл самовары , кәрәсин менән эшләгән.

 Әкиәт самауыры

Был үҙенсәлекле самовар «Әтәс»,  1873 йылда Вена ҡалаһында үткән бөтә донъя сәнәғәт күргәҙмәһен өсөн бөйөк рус рәссамы в. васнецов эскизы буйынса башҡарыла һәм унда  юғары наградаға лайыҡ була. Хәҙер рус музейы фондында һаҡлана.

Иң ҡыйбатлы

Бөгөнгө көндә Фаберж  мастерскойында ХХ быуат башында эшләнгән Самоварзар   иң ҡыйбатлы булып тора.   Иң билдәлеләренең береһе – «Леший»,  ул көмөштән эшләнеп алтын менән ялатып башҡарылған. 1917 йылда был шедевр рәсәйҙән сығарылып бер нисә тапҡыр лондонда күргәҙмәләрҙә була.  2004 йылда русс Коллекционеры  аукционда 274.400 фунтов стерлингка һатып ала.Күрәһең , Хәҙер раритет рәсәйҙә ҡайтҡан.

Иң ҙур

Пермь ҡалаһында танылған Самовар -рекордсмен тутыҡмай торған ҡоростан эшләнгән һәм 2014 йылда «рәсәй рекордтар китабы»нда билдәләнгән.. Уның торба менән бергә бейеклеге– 2,5 м, һыу күләме  555 литр , 2220 кешегә  сәй эсерергә була.

“Аш-hыу – тәнгә шифа, дуҫлыҡ-татыулыҡ – йәнгә шифа…” Ғаиләләр ишле булһын, ғаиләләр көслө булһын, Ғаиләләр татыу, теүәл булһын! Самауыр артында татыу ғаилә йыйылып, матур йырҙар йырлаһын, тыуған ерен данлаһын! Хөрмәтле,ҡунаҡтар! Гел шулай самауырҙар йырлап торһон, халҡым моңо тынмаһын!

САМАУЫР (Насип Һаҡмаров көйө һәм шиғыры)

Эй ҡыуана еҙ самауыр

Өҫтәлгә саҡырғанға.

Онотолған йырын йырлай

Туғандар, яҡындарға.

Ҡушымта:

Әйҙә, әйҙә, түрҙән уҙ!

Сынаяғың тағын һуҙ.

Сәйең тәмле булһын, тиһәң

Өҫтәп ебәр бары ҡуҙ.

Ҡулын бөйөргә таянып,

Ҡырын һалып түбәсәй.

Үҙ баһаһын белеп кенә

Яһап бирә ҡайнар сәй.

Ҡушымта

Көмөш батмуслы самауыр

Килешә һәр өҫтәлгә.

Йылы хистәргә сорнай ҙа,

Мансый матур төҫтәргә.

Ҡушымта

 

 

 

 

Поделиться:

Полезные ссылки