Ил ағаһы,Башкортостандың халыҡ шағиры, тел һәм әҙәбиәт белгесе, публицист Рәшит Шәкүргә — 85 йәш
Бөгөн, 11 ғинуарҙа Башҡортостандың халыҡ шағиры, танылған ғалим, публицист, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рәшит Закир улы ШӘКҮРОВ күркәм юбилейын — 85 йәшен билдәләй.
Рәшит Шәкүр — 180-дән артыҡ ғилми хеҙмәт авторы. Уның фәнни эҙләнеүҙәре Башҡортостан топономикаһын өйрәнеүгә бағышланған. 1998 йылдан әлеге көнгә тиклем Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның башҡорт теле кафедраһы профессоры.
Ғилми хеҙмәттәре
Рәшит Шәкүр — 180-дән артыҡ ғилми хеҙмәт авторы. Уның фәнни эҙләнеүҙәре Башҡортостан топономикаһын өйрәнеүгә бағышланған. 1998 йылдан бөгөнгө көнгә тиклем М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт теле кафедраһы профессоры.
Әҙип, публицист һәм ғалим булараҡ, өс тиҫтәгә яҡын китап сығарған, шул иҫәптән: 10 шиғыр һәм публицистика йыйынтығы; 7 башҡорт әҙәбиәте, фольклоры, топонимияһы һәм диалектологияһы буйынса монография; күп һанлы ғилми-популяр хеҙмәттәр. 1996 һәм 1997 йылдарҙа уның мөхәррирлеге аҫтында башҡорт һәм рус телдәрендә «Башҡортостан» ҡыҫҡа энциклопедияһы донъя күрҙе.
Рәшит Шәкүр бөйөк башҡорт шағиры һәм мәғрифәтсеһе Аҡмулланың ижадын һәм тормошон өйрәнеп «Шиғриәт йондоҙо: Мифтахетдин Аҡмулла» (1981) тигән монография яҙҙы.
Башҡорт фольлоры тураһында «Сыңрау торналар иле» (1996) тигән китабы донъя күрҙе, уның шиғри шәлкемдәре, төрлө темаға яҙылған публицистик һәм ғилми мәҡәләләре республика гәзит һәм журналдарында даими баҫылып тора.
2012 йылда «Ыласындар оса бейектә» китабы өсөн Рәшит Шәкүргә Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (2012) бирелде. Ул шулай уҡ Салауат Юлаев ордены кавалеры (2007)
Шиғри йыйнтыҡтары
- «Йөрәгемдә — ҡояш» (1970)
- «Шиғриәт йондоҙо» (1981, 1996, 2006)
- «Тауҙарым, далаларым» (1982)
- «Ерҙең хәтер китабы» (1984)
- «По следам географических названий» (1986)
- «Заманалар юлында» (1988)
- «Исемдәрҙә — ил тарихы» (1993)
- «Сыңрау торналар иле. Мәҡәләләр һәм очерктар» (1996)
- «Башкортостан: Краткая энциклопедия» (1996)
- «Башҡортостан: Ҡыҫҡаса энциклопедия» (1997)
- «Малин-ҡала» (1997)
- «Арҙаҡлы башҡорттар» (1998, 2006)
- «Быуаттар аманаты» (2002)
- «Истоки духовности. Исследования. Публицистика» (2009)
- «Ыласындар оса бейектә» (2011)
- «Башҡорт диалектологияһы» (2011)
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Башҡортостандың халыҡ шағиры (2021)
- «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордены (2020).
- Өфө ҡалаһының почетлы гражданы (2018) .
- Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (2012)
- Салауат Юлаев ордены
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1997).
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1989)
- Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премия лауреаты (1989)
- Рәми Ғарипов исемендәге премия лауреаты
- Зәйнәб Биишева исемендәге премия лауреаты
Поделиться: