Акция ”Мәҡәлдәрҙә – халыҡ аҡылы”
#башҡорттелекөнө2021марафон
#деньбашкирскогоязыка2021марафон
#деньбашкирскогоязыка2021марафонвЧишминскомрайоне
#ШингакКульскойбиблиотеке
Тел – халыҡтың иң ҙур хазинаһы. Бик тә ҡәҙерле нәмәне хазина тиҙәр. Ул берәмләп, бөртөкләп йыйыла. Мәҫәлән, алтын, көмөш – ер байлығы. Ә тел – халыҡ байлығы. Ул быуаттар буйына тупланған, халыҡты халыҡ итеп, милләт итеп туплаған.(Х.Назар)
9 декабрь көнө «Башҡорт теле — аҡыл теле » тигән девиз аҫтында үтте. Боронғо халыҡ аҡыллы һүҙҙәрен мәҡәл аша еткергән. Мәҡәл һәм әйтемдәрҙә халыҡ үҙенең быуаттан-быуатҡа һуҙылған тормош тәжрибәһен, тапҡыр аҡылын, яҡшылыҡҡа булған ынтылышын сағылдырған. Улар тормошта осрай торған күренештәрҙе күҙәтеү нигеҙендә барлыҡҡа килгәндәр. Афористик жанрҙар үҙҙәренең тәбиғәте менән күп яҡлы, улар халыҡтың һөйләү телмәрен биҙәү, уның тыңлаусыға тәьҫир көсөн арттырыу өсөн ҡулланылалар.
Шөңгәк-Күл ауыл китапханаһының көнө лә «Башҡорт теле — аҡыл теле » тигән девиз менән үтте, ”Мәҡәлдәрҙә – халыҡ аҡылы” тигән акцияла ҡатнашты.
Иле юҡтың көнө юҡ, теле юҡтың йүне юҡ.
«Тел – күңелдең көҙгөһө»,
«Татлы тел таш ярыр»,
«Һүҙ – бер көнлөк, тел – ғүмерлек»,
«Тел яҙмышы – ил яҙмышы»,
«Әсә теле бер булыр»,
«Иләк һорарға ла тел кәрәк»,
«Күңеле буштың теле буш»,
«Кеше күрке – йөҙ, йөҙҙөң күрке – күҙ, уйҙың күрке – тел, телдең күрке – һүҙ».
Ерем, илем, телем
Башҡорт телендә һөйләшәм,
Башҡорт телендә.
Минең йәшәү тамырҙарым
Башҡорт ерендә.
Туған телем, һин халҡымдың,
Былбыл тауышы.
Быуаттарҙан быуаттарға
Ҡанат ҡағышы.
Киң Уралым, йырлап аға
Һинең һыуҙарың.
Алыҫ-алыҫ яңғырайҙар
Һинең моңдарың.
Рәшит Шәкүр.
Поделиться: