/ Мероприятия/ «Аҡмулланың яҡтылыҡ юлы”

«Аҡмулланың яҡтылыҡ юлы”

#башҡорттелекөнө2021марафон
#деньбашкирскогоязыка2021марафон
#деньбашкирскогоязыка2021марафонвЧишминскомрайоне
#ШингакКульскойбиблиотеке

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хабиров Указына ярашлы 14 декабрь — Башҡорт теле көнө. Быйылғы йылда М.Аҡмулланың тыуыуына 190 йыл булыуға бағышлана. Ошо уңайҙан 2021 йылдың 9 декбрь көнө Шөңгәк-Күл ауыл китапханаһында башҡорт телен һаҡлауға бағышланған «Аҡмулланың яҡтылыҡ юлы” тип аталған әҙәби сара үткәрелде.
Сараның маҡсаты Әсә теленә ҡарата һөйөү, ихтирам, ғорурлыҡ тойғолары уятыу, балаларҙың телмәрен халҡыбыҙҙың мәҡәлдәре, М.Аҡмулланың ижады тураһында белемдәрен байытыу.
Халыҡ күңелендә мәңге юйылмаҫ эҙҙәр ҡалдырған бөйөк шәхестәр була. Аҡмулла кеүек шәхестәр беҙҙең дәүерҙә лә барҙар. Донъяла аҙ ғына йәшәп тә үҙҙәренең ҡылған изге эштәре, рухи мираҫтары менән быуаттың йөҙөн яҡтырталар.
Мифтахитдин Камалетдин улы Аҡмулла – башҡорт халҡының атаҡлы мәғрифәтсе шағиры, уҡытыусы, алдынғы фекер эйәһе, башҡорт әҙәбиәтенең классигы. Бөйөк шиғыр оҫтаһының мираҫы башҡорт әҙәбиәте үҫешенә мөһим роль уйнай.
Видео-ролик ярҙамында уҡыусыларға Аҡмулланың биографияһын, ижади юлын һәм Башҡортостан өсөн ниндәй эхәмиәткә эйә булыуын һөйләнек.
Уҡыусылар үҙҙәренең күңеленә хуш килгән авторҙарҙың тел, халыҡ, республикаға арналған шиғырҙарын яттан тасуири итеп башҡарҙылар. Һәр кем үҙ башҡарыу оҫталығын күрһәтте.
М.Аҡмулла – ысын мәғәнәһендә халыҡ шағиры. Салауаттан ҡала беренселәрҙән булып үҙ халҡына Башҡоттарым тип өндәшә, уны яҡты тормошҡа алып сығыу юлдарын эҙләй. Аҡмулланың поэтик традицияларын Ғ.Туҡай, М. Ғафури, Д.Юлтый, Ш.Бабич һәм башҡалар дауам итә.
Йылдар үткән һайын ул сәсеп ҡалдырған шиғри ынйылары сағыуыраҡ күренә. Уның поэтик ижады онотолмаҫ моң булып әле лә халыҡ күңелендә йәшәй. Һуңғы йылдарҙа уға арналған монографик хеҙмәттәр, бик күп мәҡәләләр донъя күрҙе, шағирҙың ҡәберенә мемориаль һәйкәл ҡуйылды, тыуған ауылы Туҡһанбайҙа музейы асылды, уның исемендә махсус премия булдырылды, йыл һайын Аҡмулла көндәре үтә.

 

Поделиться:

Полезные ссылки