/ Читателям/ Новинки из книжной корзинки/ "Юлай улы Салауат- сәсән, шағир һәм бөйөк шәхес"

«Юлай улы Салауат- сәсән, шағир һәм бөйөк шәхес»

16 июнь- башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаевтың тыуған көнө.

Бөгөн Салауат Юлаевтың – Рәсәй һәм Башҡортостан, бөтә донъя тарихында мәңгелеккә хәтергә уйылып ҡалған бөйөк шәхестең тыуыуына 267 йыл тулды. Халыҡ массаһы юлбашсыһы, полководец, дәртле шағир-сәсән үҙендә халыҡтың азатлыҡҡа ынтылышын сағылдыра.

Милли геройҙың тормошон оҙаҡ йылдар өйрәнеүсе тарихсы Инга Гвоздикова Салауат Юлаевтың характерының төп сифаттарын дөрөҫ билдәләй: «Рухы менән ирекле кеше булараҡ, ул азатлыҡты дөйөм байлыҡ тип иҫәпләгән һәм шуға күрә, ныҡышмалы һәм драматик көрәштә үҙ дәрәжәләрен, үҙ социаль, милли һәм дини мәнфәғәттәрен яҡлап күтәрелгән халыҡ массаларын етәкләй…».

Башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаев 1754 йылдың 16 июнендә Себер даруғаһы Шайтан-Көҙөй улусының Тәкәй ауылында тыуған. Юлай Аҙналиндың улы, 1771-72 йылдарҙа уҡ Шайтан-Көҙөй улусы старшинаһы вазифаһын башҡара, 1773 йылдың 10 ноябрендә ихтилалға ҡушыла һәм 1773-75 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышында Емельян Пугачев яғында ҡатнаша, уның иң яҡын көрәштәшенә әйләнә.

1773 йылдың ноябрь-декабрендә Салауат Юлаев Ырымбур эргәһендәге алыштарҙа ҡатнаша, 1774 йылдың ғинуар-мартында Пермь провинцияһында һәм Өфө провинцияһының төньяҡ өлөшөндә ихтилал етәкселәренең береһе була. Дүрт меңдән ашыу кешенән торған ғәскәргә етәкселек итә; уның отряды 1774 йылдың 12 ғинуарында Красноуфимск ҡәлғәһен һуғышһыҙ ала, 18-25 ғинуарҙа Көңгөр ҡалаһын ҡамауҙа ҡатнаша, 19 февралдә — Красноуфимск ҡәлғәһе эргәһендә, март башында — Ҡазан губернаһының Сарапул ҡалаһы эргәһендә, 14 һәм 17 мартта Себер даруғаһы Сызгин улусының Боғалыш ауылы (хәҙерге Свердловск өлкәһе) янында хөкүмәт ғәскәрҙәренә ҡаршы һуғыша.

Апрель — майҙа Салауат Юлаев Өфө провинцияһы халҡын Баш ихтилалсылар ғәскәренә туплау менән шөғөлләнә, уны аҡса, аҙыҡ-түлек һәм ҡоралдар менән тәьмин итә. Май башында Салауат Юлаевтың отряды Үрге Эҫем заводы эргәһендә Михельсон етәкселегендәге хөкүмәт ғәскәрҙәренә ҡаршы һуғышҡа инә…

Шул уҡ йылдың июнендә Емельян Пугачев Салауат Юлаевты бригадир итеп үрләтә. Июлдән ноябргә тиклем Салауат хәҙерге Башҡортостан территорияһында ихтилалсылар хәрәкәтенә етәкселек итә. Өфөнө яулап алырға маташа, Ҡатау-Ивановск заводын ҡамауға ала. Баш ихтилалсылар ғәскәрен еңгәндән һәм Пугачевты ҡулға алғандан һуң да көрәшеүен дауам итә. Уның отрядының хөкүмәт ғәскәрҙәренә ҡаршы һуңғы һуғышы 20 ноябрҙә Ҡатау-Ивановск заводы эргәһендә була, 25 ноябрҙә ул генерал-майор Фрейман командаһы тарафынан ҡулға алына.

1774 йылдың ноябренән 1775 йылдың июленә тиклем барған оҙайлы тикшереүҙәрҙән һуң Салауат Юлаев атаһы менән бергә ҡамсы менән һуҡтырылыуға (175 тапҡыр), танау япраҡтарын ҡырҡыуға һәм маңлайы менән сикәләренә ҡыҙҙырып «3», «Б», «И» тамғаларын (“енәйәтсе”, “боласы”, “хыянатсы” – «злодей», «бунтовщик», «изменник») баҫыуға дусар ителә, ә 2 октябрҙә Рогервик ҡәлғәһенә ғүмерлек һөргөнгә оҙатыла. 1800 йылдың 26 сентябрендә Салауат Юлаев вафат була.

Салауат Юлаев шағир ҙа була, уның шиғриәт мираҫынан беҙҙең көндәргә 500-ләп юлы килеп еткән. Ижадының һуңғы осорона ҡараған дүрт юллыҡ йырҙарында ул ихтилалдың еңелеү сәбәптәре тураһында фекер йөрөтә, туған халҡының һәм башҡорт еренең яҙмышы өсөн борсолоуын белдерә. Тәүге тапҡыр рус телендә уның әҫәрҙәрен 1880 йылда уҡ Ф. Д. Нефедов “Салауат, башҡорт батыры” («Салават, башкирский батыр») очеркында баҫтырып сығара.

Граждандар һуғышы йылдарында Айырым Башҡорт кавалерия дивизияһының сәйәси бүлеге «Салауат» гәзите сығара, Бөйөк Ватан һуғышы барышында С. Юлаев исемендәге 1292-се танкка ҡаршы истребитель артиллерия полкы ойошторола, «Салауат Юлаев» бронепоезы һәм истребителе төҙөлә. Административ район, ҡала, урамдар, хоккей клубы, теплоходтар, мәмерйәләр Салауат Юлаев исеме менән атала, Салауат районының Малаяҙ ауылында һәм Палдиски (Эстония) ҡалаһында музейҙар асылған, һәйкәлдәр ҡуйылған. Уға «Тау бөркөтө» балеты, С. П. Злобиндың романы, «Салауат Юлаев» операһы һәм нәфис фильмы, башҡа әҙәби әҫәрҙәр бағышланған.

 

Поделиться:

Полезные ссылки