/ Новости/ Халыҡ улы - хаҡлыҡ йырсыһы

Халыҡ улы — хаҡлыҡ йырсыһы

Сафуан Әфтәх улы Әлибаев 1941 йылдың 21 февралендә Башҡорт АССР-ының Салауат районы Тирмән ауылында тыуған. Урта белем алғандан һуң, колхозда, тимер юлында эшләй, күрше Ҡалмаҡҡол (хәҙер — Мөрсәлим) ауылында китапханасы була. Артабан ул Салауат районының «Ленин байрағы» гәзитенә әҙәби хеҙмәткәр итеп саҡырыла. 1966 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлағас, Сафуан Әлибай күп йылдар «Башҡортостан пионеры» гәзите редакцияһында эшләй: бүлек мөдире, яуаплы сәркәтип, мөхәррир була. 1995—1998 йылдарҙа ул Башҡортостандың Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханаһы директоры, 1998—2002 йылдарҙа «Ағиҙел» журналының баш мөхәррире булып хеҙмәт итә.

Шағир йыр-моңға мөкиббән ғашиҡ кеше була. Ул йырларға ныҡ ярата, бигерәк тә башҡорт халыҡ йырҙарын үҙенсәлекле итеп башҡара. Сафуан Әлибаев башҡарыуында тиҫтәләгән йыр бөгөн Башҡортостан радио һәм телевидениеһының фонотекаһында һаҡлана.

Оҙаҡ һәм ҡаты ауырығандан һуң 2014 йылдың 6 июлендә вафат була[1], тыуған ауылында ерләнгән.

Сафуан Әлибаев күберәк лирик поэзия өлкәһендә эшләне. Дуҫлыҡ һәм мөхәббәткә арналған бик күп шиғырҙары һәм йырҙары киң танылыу тапты.

Шағир балалар әҙәбиәтендә лә әүҙем була, тәржемә менән шөғөлләнә. Ул «Башҡорт балалар антологияһы»ның икенсе китабын төҙөп сығарған. Александр Пушкин, Рәсүл Ғамзатов һәм башҡа шағирҙарҙың әҫәрҙәрен башҡорт теленә тәржемә иткән

КитаптарыҮҙгәртергә

Беҙҙең юлдаш — яҡты ҡояш: Шиғырҙар. — Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1968. — 34 бит.

Йәйғор: Шиғырҙар. — Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1970. — 96 бит.

Көнбағыш: Шиғырҙар. — Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1971. — 17 бит.

Восхождение: Стихи. — Уфа, Башкирское книжное издательство, 1976. — 79 бит.

Мәктәп юлы: Шиғырҙар. — Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1978. — 76 бит.

Йырлар сағым: Шиғырҙар, йырҙар. — Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1981. — 96 бит.

Яҙҙы кем килтерҙе?: Балалар өсөн шиғырҙар. — Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1983. — 54 бит.

Ҡойон: Шиғырҙар, йырҙар. — Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1985. — 192 бит.

Серле шишмә: Шиғырҙар. — Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — бит.

Тылсымлы шар: Шиғырҙар, йырҙар, әкиәттәр. Өфө: Китап, 1994.

Язҙы көтәм: Шиғырҙар, йырҙар, поэмалар. Ҡазан, Татарстан китап нәшриәте, 1998.  (тат.)

Йылдарым һәм йырҙарым: Шиғырҙар, йырҙар, поэмалар. Өфө: Китап, 1999.

Йылдарым һәм йырҙарым: Шиғырҙар, йырҙар, поэмалар (балалар өсөн). Өфө: Китап, 2001.

Һандуғаслы яҙҙарым: Шиғырҙар, йырҙар, поэмалар. Өфө: Китап, 2006.

Һайланма әҫәрҙәр: Ике томда. Өфө: Китап, 2009—2010.

Поделиться:

Полезные ссылки