/ Мероприятия/ #Башҡорт_теле_көнө#Деньбашкирскогоязыка# Шөнгәк_Күл_ауыл_китапханаһы

#Башҡорт_теле_көнө#Деньбашкирскогоязыка# Шөнгәк_Күл_ауыл_китапханаһы

#Башҡорт_теле_көнө
#Деньбашкирскогоязыка
#Шөнгәк_Күл_ауыл_китапханаһы

Башҡорт теле- ата-бабаларыбыҙҙың иң ғәзиз бүләге, халҡыбыҙҙың тәрән аҡылын, фәһемле тарихын, йолаларын бергә туплап, беҙҙең көндәргә тиклем алып килгән. Телдә бөтә халыҡ сағыла. Башҡорт теле-халҡыбыҙҙың мәңге тере тарихы.Үҙ туған теле барҙың үҙ туған рухы бар. Теле барҙың иле бар, иле барҙың даны бар, тигән сәсәндәр.
14 декабрь – башҡорт халҡының билдәле мәғрифәтсеһе М.Аҡмулланың тыуған көнө. Был көндө Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы башҡарма комитеты Башҡорт теле көнө тип иғлан итте. Шөнгәк-Күл китапханаһы башҡорт теленә арналған «Эй илһамлы, башҡорт теле»,тип аталған шиғыр уҡыу сараһы үткәрҙе. Китакхананың китап һөйөүселәре, күренекле шағирҙарыбыҙҙың «Туған телгә 100 аҙым” проектына ингән шиғырҙарын уҡып ишеттерҙеләр.
Ата-бабаларыбыҙҙың изге аманаты — башҡорт телен киләһе быуынға еткереү һәр кемдең изге бурысы икәнлеген онотмаһаҡ ине.

 

 

Поделиться:

Полезные ссылки